г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

46. Ғәзи (Ғәзетдин) Ҡазыхан улы Заһитов

Ғәзи Ҡазыхан улы Заһитов 1921 йылдың 20 авгусында Башҡортостан Республикаһының Мишкә районындағы Янағош ауылында тыуған.

1940 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғыш йылдарында Ҡыҙыл Байраҡлы Режица бригадаһының 136-сы армия пушка артиллерияһында өлкән сержант, разведчик, оптик разведка взводының пост начальнигы була.

1945 йылдың 30 апрелендә капитан В.Н. Маковтың төркөмөндә рейхстагты штурмлауҙа ҡатнаша. 22 сәғәт 30 минутта төркөм составында рейхстаг башына Еңеү байрағын ҡаҙай. Ғәзи Заһитов һәм уның иптәштәре Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, ләкин 1-се Белоруссия фронты командованиеһының ҡарары буйынса был батырлыҡ өсөн уларҙың барыһы ла Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Наградалары араһында: II һәм III дәрәжә Дан ордены, бик күп миҙалдар.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55