Ҡыҙыл Байраҡлы Суворов һәм Богдан Хмельницкий орденлы Кременчуг-Александрия уҡсылар дивизияһы Башҡортостан биләмәһендә 1941 йылдың 22 ноябренән 1942 йылдың 21 июненә тиклем төҙөлә.
Ул Көньяҡ-Көнбайыш фронты составында Сталинград һуғышында ҡатнаша.
Дивизия ветерандары бына нисек хәтерләй ул йылдарҙы: “...Август уртаһында 214-се уҡсылар дивизияһы һуғышҡа индерелеп, Котлубань районына ебәрелде.
120 километрлыҡ марш яһағандан һуң, 1942 йылдың 18 авгусында беҙгә иртәгәһе таңға Паньшино ауылы янында тупланыу бурысы ҡуйылды. 19 август иртәһендә дивизия һуғышҡа инеп, дошманды тәғәйен биләмәнән бәреп сығарҙы.
Был һуғыштарҙа Хохловтың 780-се полкы айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтте. 4-се танк армияһы етәксеһе урынбаҫары генерал-майор Пушкин, һуғыштан һуң, 214-се уҡсылар дивизияһы Паньшино районында армияны ҡотҡарып ҡалды, тине...”
Ҡаты оборона һуғыштарынан һуң, 1942 йылдың 22 ноябрендә дивизия һөжүмгә күсә. Дошман төркөмдәрен ҡыйратып, ул тиҫтәләгән ауыл-ҡасабаны азат итә һәм 1943 йылдың 2 февраленә Волгаға сыға.
Кременчуг, Белгород, Харьков ҡалалары өсөн һуғышта ҡатнаша, Днепрҙы кисә, Молдавияны, Польшаны, Чехословакияны азат итә.
214-се уҡсылар дивизияһы өсөн һуғыш Праганан көнбайыштараҡ урынлашҡан Либерец ҡалаһында тамамлана. Дивизияның туғыҙ яугире Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.