Башҡорт АССР-ына күсерелгән машиналар эшләү предприятиелары республика сәнәғәте менән берлектә заводтар комплексы булып ойоша. Ленин исемендәге Одесса станоктар эшләү заводы Стәрлетамаҡ машина-трактор станцияһы нигеҙендә урынлаштырыла. Туапсенан килтерелгән Нефть сәнәғәте наркоматының машиналар эшләү заводы Благовещен машиналар эшләү заводы ҡарамағына индерелә.
Ҡыҫҡа ҡына ваҡыт эсендә СССР-ҙа иң ҙур машиналар эшләү заводы барлыҡҡа килә. Бер нисә айҙа көсһөҙ ток аппаратураһы етештереү предприятиелары, станоктар эшләү заводтары ғәмәлгә индерелә, быраулау ҡорамалдары, күсәр, механика һәм автотрактор деталдәре сығарыу буйынса өс завод төҙөлөшө әүҙем бара.
Комбайндар өсөн двигатель етештергән Өфө моторҙар эшләү заводында Рыбинскиҙан, Мәскәүҙән, Ленинградтан күсерелгән бер нисә авиация моторҙары сығарыу заводы ҡорамалдары урынлаштырыла. Климов конструкцияһынан М-13 һәм ВК-105 авиация моторҙары етештерелә башлай. Көнөнә 50-60 мотор эшләйҙәр. Һуғыш осоронда завод 52 меңдән ашыу (1924 йылдан – 97 меңдән ашыу) авиация двигателе сығара. Өфө моторҙар эшләү заводы Пе-2 бомбардировщиктары, Як-3, Як-7, Як-9 истребителдәре өсөн моторҙар эшләүҙе үҙләштерә.
1941 – 1942 йылдарҙағы һалҡын ҡыш шарттарында Өфө моторҙар эшләү заводы биләмәһендә сит тәбәктәрҙән килтерелгән ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн 11 етештереү корпусы төҙөлә, 42 километрлыҡ тимер юл, депо, транспорт өсөн биналар һалына. Завод хеҙмәткәрҙәре өсөн 127 йорт һәм барак төҙөлә, 6 600 кешегә ике палатка ҡаласығы асыла.
Һуғыш йылдарында яңы техниканы ғәмәлгә индереүҙе ойошторған, авиамоторҙар өсөн утҡа сыҙамлы өр-яңы иретмә уйлап табыусыларҙың береһе – Михаил Алексеевич Ферин Өфө моторҙар эшләү заводында баш металлург була.