Матросов Александр Матвеевич – Калинин фронтындағы 22-се армияның 6-сы Сталин Себер доброволец уҡсылар корпусының И.В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер доброволецтар бригадаһындағы 2-се айырым батальондың уҡсы-автоматсыһы, ҡыҙылармеец. 1943 йылдың 8 сентябрендә СССР-ҙың Оборона халыҡ комиссары И.В. Сталиндың фарманы менән 254-се гвардия уҡсылар полкына Матросов исеме бирелә, ә батыр үҙе ошо частың 1-се ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индерелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был СССР Оборона наркомының һәләк булған Геройҙы хәрби часть исемлегенә мәңгелеккә индереү тураһындағы тәүге фарманы була.
Матросов дошман пулеметы амбразураһына ташланып һәләк була, яуҙаштарына дошман нығынған бейеклекте алырға ярҙам итә.
Башҡорт АССР-ында тыуын үҫкән офицерҙар араһынан Александр Матросовтың батырлығын 309-сы гвардия уҡсылар полкының пулемет взводы командиры Миңлеғәле Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллин ҡабатлай. 1944 йылдың 8 мартында Көньяҡ Бугтағы һуғыштарҙа ул дзот амбразураһын күкрәге менән ҡаплай. Уға һәләк булғандан һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Һуғыш йылдарында был батырлыҡты 450-нән ашыу яугир ҡабатлай.