Училище СССР Оборона наркомының 1942 йылдың 17 июлендәге 1632-се фарманы менән Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында 2000 кеше иҫәбенән дүрт батальон составында төҙөлә. 1942 йылдың июленән 1943 йылдың авгусына тиклем унда биш батальон (3 уҡсылар, миномет һәм пулемет батальондары), 1943 йылдың авгусынан 1944 йылдың авгусына тиклем иһә – дүрт батальон (2 уҡсылар, пулемет һәм миномет батальонадары), 1944 йылдың авгусынан һуғыш бөткәнгә тиклем ике уҡсылар һәм бер миномет батальоны була.
Хәрби әҙерек программаһының үтәлешен тәьмин итеү өсөн училищела эштең тәүге көндәренән үк йыйылма рота ойошторола. Уға танк, кавалерия, элемтә взводтары инә.
Полковник Н.С. Никитченко – начальник, полк комиссары Николай Михайлович Матвеев хәрби комиссар итеп тәғәйенләнә.
Башта уҡытыу тиҙләтелгән программа буйынса алып барыла: курсанттарҙың күпселеге – дүрт айлыҡ, ҡалғандары алты айлыҡ программа буйынса шөғөлләнә. Һуғыш осоронда училище ике йыллыҡ уҡытыуға күсә, унда Суворов училищеһын, уҡытыусы итеп иһә хәрби академияларҙы тамамлағандар алына. Уҡып сыҡҡандарға “кесе лейтенант” һәм “лейтенант” тигән хәрби дәрәжә бирелә.
Күнекмәләр барышында атыу, тактик, инженерлыҡ ҡоролмалары, тирҙар, стрельбищелар киң файҙаланыла. Уҡыу полигондары Өфө районының Александровка, Михайловка, Подымалово һәм Шишмә районының Алкин ауылы эргәһендә урынлаша. Ҡышын курсанттарҙың Алкин ауылына саңғыла йөрөүе даими ойошторола. Йәй иһә тулы йәки өлөшләтә экипировка менән марш-бросоктар уҙғарыла.
Уҡыусыларҙың тәүге сығарылышы 1942 йылдың ғинуарында була – училищены 1967 кеше тамамлай.
1942 йылдың март-авгусында уҡыу йорто ҡарамағында “Атыу” (“Выстрел”) курсы филиалдары эшләй. Бында офицерҙар әҙерлек үтә, улар артабан рота һәм батальон командирҙары итеп тәғәйенләнә.
1942 йылдың 15 майында училище начальнигы етәкселегендәге бер төркөм уҡытыусылар һәм курсанттар фронтҡа ебәрелә.
Хәрәкәт иткән армия өсөн офицер кадрҙар әҙерләү буйынса тырыш хеҙмәте өсөн училищеның бер төркөм хеҙмәткәрҙәре, йәмғеһе 12 кеше, СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы, орден, миҙалдар менән бүләкләнә. Улар араһында генерал-майор М.С. Назаров һәм полковник Н.М. Матвеев та була.