1945 йылдың 24 июнендә иртәнге сәғәт 10-да Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзының фашистик Германияны Еңеүе айҡанлы парад була. Парадты СССР оборона наркомының беренсе урынбаҫары һәм Юғары башкомандующийҙың урынбаҫары, 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре командующийы Советтар Союзы Маршалы Г.К. Жуков ҡабул итә. 2-се Белоруссия фронты командующийы Советтар Союзы Маршалы К.К. Рокоссовский парад менән командалыҡ итә.
Еңеү парадында фронттарҙың, Оборона наркоматының һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының йыйылма полктары, хәрби академиялар, училищелар һәм Мәскәү гарнизонындағы частар ҡатнаша. Йыйылма полктар һуғышта батырлыҡ ҡылған һәм хәрби ордендар менән бүләкләнгән төрлө ғәскәр рядовойҙарынан, сержанттарынан һәм офицерҙарынан туплана. Фронт һәм Хәрби-Диңгеҙ Флоты полктары артынса Ҡыҙыл майҙанға совет яугирҙәре колоннаһы аяҡ баҫа. Уларҙың ҡулында – ҡыйратылған немец-фашист ғәскәрҙәренең түбән төшөрөп тотолған 200 байрағы. Был байраҡтар барабандар тауышы аҫтында, илбаҫарҙың ҡыйратылыуы билдәһе итеп, Мавзолей нигеҙенә ташлана. Унан һуң Мәскәү гарнизоны частары: Оборона наркоматының, хәрби академияның йыйылма полкы, хәрби һәм Суворов училищелары, йыйылма атлылар бригадаһы, артиллерия, моторлаштырылған, һауа-десант, танк частары һәм подразделениелары үтә. Тантаналы йөрөштә йәмғеһе 35 меңгә яҡын кеше ҡатнаша.
23 сәғәттә Мәскәү күген прожекторҙар яҡтырта. Һауала йөҙҙәрсә аэростат күренә, ә ерҙән сағыу фейерверк атыла. Бейек күктә прожекторҙар яҡтыһында сағылған “Еңеү” ордены байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле була.