г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

36. Курск һуғышы

1943 йылдың 5 июленән 23 авгусҡа тиклем дауам иткән Курск һуғышы (Курск дуғаһындағы һуғыш) – Бөйөк Ватан һуғышындағы төп һәм иң ҡаты алыштарҙың береһе. Совет һәм Рәсәй тарихында был һуғышты өс өлөшкә бүләләр: Курск оборона операцияһы (5-23 июль); Орел (12 июль – 18 август) һәм Белгород-Харьков (3-23 август) һөжүм операциялары. Германия командованиеһы “Цитадель” исемле хәрби операция әҙерләп, уны 1943 йылдың апрелендә раҫлай. Немец-фашист ғәскәрҙәренең һөжүмгә әҙерләнеүе тураһындағы мәғлүмәткә эйә булған Юғары Башкомандование Ставкаһы Курск дуғаһында ваҡытлыса оборонаға күсергә һәм уның барышында дошмандың удар төркөмдәрен ҡыйратып, совет ғәскәрҙәренә башта контрһөжүм, унан һуң стратегик һөжүм өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ҡарар итә.

“Цитадель” операцияһын үткәреү өсөн Германия командованиеһы участкала 50 дивизия, шул иҫәптән 16 танк һәм моторлаштырылған дивизия туплай. Совет сығанаҡтары мәғлүмәтенә ҡарағанда, дошман төркөмөндә 90 меңгә яҡын кеше, 10 меңгә тиклем орудие һәм миномет, 2,7 мең самаһы танк һәм 2 меңдән ашыу самолет иҫәпләнгән. 4-се һәм 6-ы һауа флоттары немец ғәскәренә күктән ярҙам итә.

Юғары Башкомандующий Ставкаһы Курск һуғышы башланыуға 1,3 миллиондан ашыу кешене, 20 меңгә тиклем орудие һәм минометты, 3300-ҙән ашыу танкыны һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһын, 2172 самолетты үҙ эсенә алған төркөм (Үҙәк һәм Воронеж фронттарын) төҙөй. Фронт ғәмәлдәрен Ставка вәкилдәре Советтар Союзы Маршалдары Георгий Жуков менән Александр Василевский көйләй.

12 июндә Прохоровка тимер юл станцияһы эргәһендә Белгородтан төньяҡҡараҡ 56 саҡрымда Икенсе донъя һуғышында иң ҙур танкылар һуғышы була. Совет ғәскәрҙәре һөжүмгә барған “Кемпф” оператив төркөмөнә ҡаршы сыға. Ике яҡтан һуғышта 1200 самаһы танк һәм үҙйөрөшлө ҡулайлама ҡатнаша. Ҡаты алыш көн буйы дауам итә, кискә табан танк экипаждары пехота менән бергә дошманға ташлана, ҡул һуғышы башлана.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, вермахт Курск һуғышында 30 һайланма дивизияһын, шул иҫәптән 7 танк дивизияһын, 500 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын, 1,5 мең танкыһын, 3,7 меңдән ашыу самолетын, 3 мең орудиеһын юғалта. Совет ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары тағы ла күберәк: был һуғышта 863 мең кеше һәләк була. Курск янында Ҡыҙыл Армия 6 меңгә яҡын танкыһын юғалта.

Курск һуғышынан һуң фронтта көстәр нисбәте ҡырҡа Ҡыҙыл Армия файҙаһына үҙгәрә. Был иһә дөйөм стратегик һөжүмде ойоштороу өсөн ыңғай шарттар тәьмин итә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55