г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

20. Сик буйында Башҡортостан яугирҙәренең батырығы һәм ҡаһарманлығы

Дошмандың тәүге һөжүме сик буйын һаҡлаусыларға тура килә. Улар дошмандың пехотаһы менән бронетехникаһын байтаҡ ваҡыт үткәрмәй тора. Ҡайһы бер заставалар алғы частарҙың һөжүмен уңышлы кире ҡаға, әммә флангынан уратылып, ҡамауҙа ҡала.

Брест ҡәлғәһен обороналау – совет һалдаттарының ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ҡәлғәләге ҙур булмаған гарнизон ай буйы дошмандың ҙур көстәрен үҙенең эргәһендә тотоп, һөжүмен кире ҡаға.

Германия ҡораллы көстәре, өсләтә, хатта бишләтә өҫтөнлөктө тәьмин итеп, бөтә мөһим йүнәлештәрҙә һөжүмгә бара. Ҡоро ер ғәскәрҙәренең уңышҡа өлгәшеүендә авиация ҙур әһәмиәткә эйә була. Һуғыштың беренсе көнөндә дошман бомбардировщиктары сик буйы округтарындағы аэродромдарға 66 осош яһай, беҙҙең 1200 самолетты, шул иҫәптән ерҙәге 800-ҙән ашыу самолетты юҡ итә.

Һуғыштың тәүге өс аҙнаһында фашистар уңышҡа өлгәшә. Беренсе стратегик эшелондағы совет ғәскәрҙәренең ҡаршылығын еңеп, улар илебеҙ эсенә 300-600 саҡрымға үтеп инә.

Уңышҡа йылдам өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, фашист армияһы II Донъя һуғышында беренсе тапҡыр ҙур ҡаршылыҡҡа осрай һәм, Көнбайыш Европалағы кампания менән сағыштырғанда, ғәйәт ҙур юғалтыуҙар кисерә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55