г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

41. Украинаны, Ҡырымды һәм Белоруссияны азат итеү

Курск дуғаһында контрһөжүм киң ҡолас алып, дөйөм һөжүмгә әүерелә. Фашист илбаҫарҙарын Украинан ҡыуып сығарыу буйынса ҡаты һуғыш бара.

13 ноябрҙә 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Киев стратегик һөжүм операцияһын башлай. 1943 – 1944 йылдарҙа немец ғәскәрҙәре күпләп сигенә. Юлда улар “яндырылған ер” стратегияһын ҡуллана, осраған бөтә нимәне ҡыйрата, емерә.

Ҡырымды азат итеүҙә яҡташтарыбыҙҙың батырлығы киң билдәле. Муса Ғайса улы Гәрәев “ИЛ-2” штурмовигында Севастополь өсөн һуғыш барышында байтаҡ хәрби осош яһай.

Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова – эскадрилья командиры урынбаҫары. 782 хәрби осош яһай, дошманға 140 тонна бомба йөгө ташлай. Уның хәрби хеҙмәттәре ике Ленин, ике “Ҡыҙыл Байраҡ”, Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән баһалана.

Артиллерия батареяһының ут взводы командиры лейтенант Тажетдин Ғиләжетдинов. 1944 йылдың 7-9 апрелендә Джанкой районының Тархан ауылы (хәҙерге Красноперекопск районының Вишневка ауылы) өсөн һуғышта уның орудиеһы 3 дошман дзотын, 2 ауыр миномет батареяһын, танкыға ҡаршы 3 пушкаһын юҡ итә.

Пулемет взводы командиры гвардия лейтенанты Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Днепр йылғаһының уң ярын, Берислав һәм Херсон ҡалаларын азат иткәндә батырлыҡ ҡыла, үҙ полкына ҡурғанды яуларға булышлыҡ итеп, немец дзоты амбразураһын күкрәге менән ҡаплай.

II Донъя һуғышында Белоруссия стратегик һөжүм операцияһы иң ҙур һәм мөһим операцияларҙың береһе була.

1944 йылда йәйге һөжүм һөҙөмтәһендә совет ғәскәрҙәре 500-600 километрға көнбайышҡа табан алға китеп, Украинаның, Белоруссияның бөтә биләмәһен, Литва ССР-ының ҙур өлөшөн азат итә. Неман йылғаһын уңышлы кисеп, Германия сигенә килеп етә. Ҡыҙыл Армия алдында Польшаға, Балтик буйына һәм Көнсығыш Пруссияға юл асыла.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55