г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

19. 1941 йылдың 22 июне

1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германия, һөжүм итмәү тураһындағы килешеүҙе боҙоп, көтмәгәндә Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлай. Уның авиацияһы сик буйы райондарында урынлашҡан аэродромдарҙы, тимер юлды, совет ғәскәрҙәре төркөмдәрен утҡа тота. Мурманск, Литваның Каунас, Минк, Киев, Одесса һәм Севастополь ҡалаларына бомба яуҙыра. Меңдәрсә дошман тубы алғы армия сафтарына, сик буйындағы һаҡтарға һәм оборона ҡоролмаларына ут яуҙыра. Тәүге һауа һөжүменән һәм артиллерия әҙерлегенән һуң, Балтик буйынан алып Карпат тауҙарына тиклемге фронтта Германия ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп көстәре ҡуҙғала. Германия яғында Венгрия, Италия, Румыния, Финляндия, Словакия, Хорватия СССР-ға ҡаршы һуғыша. Гитлер командованиеһы Советтар Союзына ҡаршы һуғышҡа 191 дивизия, шул иҫәптән 19 танк һәм 14 моторлаштырылған дивизия туплай. Төркөмдә 5,5 миллион кеше, 4300-гә яҡын танк, 47,2 мең орудие һәм миномет, 4980 хәрби самолет һәм 192 хәрби карап иҫәпләнә.

Германия командованиеһының “Барбаросса” планы “көҙөн япраҡ ҡойолғанға тиклем” тамамланырға тейешле ашығыс һөжүм сараларын күҙ уңында тота. Бөйөк Ватан һуғышы ошо рәүешле башланып китә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55