112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың ноябренән 1942 йылдың апреленә тиклем республиканың кеше һәм матди ресурстарынан төҙөлә.
Дивизия командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов тәғәйенләнә.
Дивизия составы, нигеҙҙә, республиканың ауыл райондары халҡы менән тулыландырыла. Колхоз, совхоздар кавалеристар өсөн аттар, икмәк, фураж бүлә. Республика предприятиеларында тачанкалар, поход кухнялары, эйәр, обмундирование, аяҡ кейемдәре етештерелә.
1942 йылдың апрель-майында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа юллана. Ул Брянск фронтының 3-сө армияһындағы 2-се кавалерия корпусына, 1-се Белоруссия фронтының 5-се танк армияһы, һуңыраҡ 7-се гвардия кавалерия корпусы итеп үҙгәртелгән 8-се кавалерия корпусына инә. Курск өлкәһендәге, Сталинград янындағы һуғыштарҙа, Чернигов ҡалаһын, Украина һәм Белоруссия ауыл, ҡалаларын, Польша ерҙәрен азат итеүҙә, Көнсығыш Померания һәм Берлин операцияларында ҡатнаша. Хәрби батырлыҡтары өсөн 1943 йылдың 14 февралендә 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы итеп үҙгәртелә.
16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 1943 йыл аҙағында һәм 1944 йыл башында Калинковичи-Мозырь операцияларында ҡатнаша.
Польша ерҙәре өсөн барған алыштағы ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылда Ленин ордены; дошмандың Мозырь төркөмөн ҡыйратып, ҡаланы азат иткән өсөн 1944 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены; Хелм һәм Люблин ҡалалары өсөн һуғышта командованиеның бурысын өлгөлө үтәгән өсөн 1944 йылда II дәрәжә Суворов ордены; Берлин операцияһын тормошҡа ашырыуҙа һәм Бранденбургты алыуҙа күрһәткән хәрби хеҙмәттәре өсөн 1945 йылда II дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә. Дивизияның 3860 яугире орден, миҙалдар менән наградлана, 78-енә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, биш кеше Дан орденының тулы кавалеры була.
Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов һәләк булғандан һуң, дивизияға полковник Григорий Андреевич Белов етәкселек итә.