г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

25. Сталинград һуғышы

(1942 йылдың 17 июле – 1943 йылдың феврале)

 Кампания башланыуға бер-береһенә ҡаршы һуғышҡан ике яҡ та бөтә фронт дауамында әүҙем хәрби хәрәкәт алып барыуҙың мөмкин түгеллеген аңлай, шуға күрә хәл иткес бер йүнәлештә һөжүм итеү планын төҙөй башлайҙар.

Германия командованиеһы совет хәрби көстәрен тулыһынса ҡыйратып, Советтар Союзын мөһим иҡтисади үҙәктәрҙән мәхрүм итеү бурысын ҡуя. Һөҙөмтәлә төп операцияны фронттың көньяҡ участкаһында башларға, совет ғәскәрҙәрен Дон йылғаһынан көнбайыштараҡ ҡыйратырға, Кавказдың нефткә бай төбәктәрен яулап, Кавказ тауҙары аша сығырға ҡарар ителә. “Көньяҡ” армия төркөмө Курсктан алып Ҡырымға тиклем 900 километрға һуҙылған фронт һыҙығында урынлаша.

Совет Юғары Башкомандованиеһы иһә 1942 йылдың йәйендә ҡышҡы һөжүм операцияларынан оборонаға күсергә ниәтләй.

1942 йылдың икенсе яртыһында һәм 1943 йылдың башында Совет-Германия фронтындағы ҡораллы алыштың төп ваҡиғаһы – Сталинград һуғышы. 12 июлдә Ставка Сталинград фронтын төҙөй, “Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә... ерҙең һәр ҡарышын һаҡларға... кем артҡа сигә, шул һатлыҡ йән... ҡурҡаҡтарҙы атырға” тигән 227-се фарман сығарыла.

Сталинград өсөн һуғыш 200 көн һәм төн дауам итә. Башҡортостанда төҙөлгән бер нисә берләшмә һәм часть ошо ҡанлы алышта ҡатнаша.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55