Берлин стратегик һөжүм операцияһы Германияны ҡыйратыуҙа хәл иткес әһәмиәткә эйә була. 1945 йылдың 16 апреленән 8 майға тиклем 1-се һәм 2-се Белоруссия, 1-се Украина фронттары ғәскәрҙәре (командующийҙары Советтар Союзы маршалдары Георгий Константинович Жуков, Константин Константинович Рокоссовский, Иван Степанович Конев) дошмандың Берлин төркөмөн ҡыйрата. Советтар яғынан был һуғышта 2 миллиондан ашыу кеше, 41,6 мең орудие һәм миномет, 6250 танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы, 7,5 мең хәрби самолет ҡатнаша.
Ҡаршы яҡта 1 миллион кеше, 10,4 мең орудие һәм миномет, 1,5 мең танк һәм штурмлау орудиеһы, 3,3 мең хәрби самолет иҫәпләнә.
30 апрелдә Берлинда Рейхстаг өҫтөндә Еңеү Байрағы елберҙәй.
8 майҙа ҡыйратылған Германия вәкилдәре бер һүҙһеҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуя.
Вермахтың 93 дивизияһы тар-мар ителә, 480 меңгә яҡын һалдат һәм офицер әсирлеккә алына, ә 1945 йылдың 8 майынан һуң ҡолатылған Германияның тағы ла 1 миллион 284 мең һалдаты һәм офицеры совет ғәскәрҙәре алдында ҡоралын һала. Кешелек тарихындағы иң аяуһыҙ ҡанлы һуғыш шулай тамалана.