г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

27. Сталинград һуғышы геройҙары

Сталинград янындағы ҡаты һуғышта меңдәрсә яҡташыбыҙ ҡатнаша.

1942 йылдың майында Башҡортостандан Сталинградты һаҡлауға зенитсы, пулеметсы, прожекторсы, элемтәсе, шәфҡәт туташы булып 3745 комсомол ҡыҙ ебәрелә.

1943 йылдың ғинуарында 44-се гвардия уҡсылар дивизияһының 13 яугире үлемһеҙ батырлыҡ ҡыла. Тимер юл ҡасабаһы ситендә өс йортто яулап алып, улар, көстәр тигеҙ булмаһа ла, көн буйы дошмандың пехота ротаһына һәм танкыларына ҡаршы һуғыша. Немецтар йорттарҙы уратып ала, нигеҙенә һалам һалып, ут төртә. Гвардиясылар янғында һәләк була, әммә дошманға бирелмәй. Улар араһында ике яҡташыбыҙ: Мәләүез районынан уҡытыусы Зөбәй Үтәғолов менән Ҡалтасы районынан колхозсы Тимерәй Көбәкәев та була. Ҡаһарманлыҡ ҡылған гвардиясыларҙың барыһына ла Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Совет ғәскәрҙәренең Сталинград янындағы һөжүмендә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ҡатнаша. 1942 йылдың 19 – 25 ноябрендә Обливская станцияһы өсөн һуғышта дивизия частары тиҫтәнән ашыу биләмәне азат итә. 26 ноябрҙән улар дошмандың 3 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын әсирлеккә алып һәм ҡыйратып, 100-ҙән ашыу танкыһын, 500 автомашинаһын юҡ итә, 300 километрҙан ашыу юл үтә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55