Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев үҙенең яу юлын Сталинград күгендә башлай.
М.Ғ. Гәрәев Илеш районында тыуған, һуғыш башланыр алдынан тимер юл техникумында уҡый һәм Өфө аэроклубында шөғөлләнә. Хәрби осоусылар мәктәбен тамамлағас, Сталинград янына ебәрелә. Бында ул тәүге 11 осошон уңышлы яһай, беренсе миҙалға лайыҡ була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул, пилот, 76-сы штурмлаусы гвардия авиация полкының звено һәм эскадрилья командиры булараҡ, Сталинград янында, Донбаста, Ҡырым, Белоруссия, Польша һәм Германиялағы һуғыштарҙа ҡатнаша, 250-гә яҡын уңышлы осош яһай.
Һуғыштан һуң етәксе вазифаларҙа эшләй, 1951 йылда Фрунзе исемендәге Хәрби академияны, 1959 йылда Генштабтың Хәрби академияһын тамамлай. 1965 йылдан 1977 йылға тиклем ДОСААФ-тың Башҡортостан республика комитеты рәйесе була. СССР-ҙың икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский, III дәрәжә Богдан Хмельницкий, I дәрәжә Ватан һуғышы, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.