г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

23. 186-сы уҡсылар дивизияһы

1939 йылда төҙөлгән 186-сы уҡсылар дивизияһы дошман менән һуғышҡа 1941 йылдың июнендә Көнбайыш Двина йылғаһында инә. Ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, дивизия сигенергә мәжбүр була, өс тапҡыр ҡамауҙа ҡала, ҙур тырышлыҡ менән ҡулсаны өҙә. Баш ҡаланы обороналауҙа ҡатнашып, дивизия данлы яу юлы үтә, Днепр, Друть, Нарев, Көнбайыш Буг, Висла йылғаларын кисеп, Берлинғаса етә.

Орел өсөн барған һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн 186-сы дивизия 1943 йылдың авгусында Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Дивизия “Багратион” операцияһында ла ҡатнаша.

1944 йылдың 28 июлендә Люблин-Брест операцияһы барышында дивизия Брест ҡалаһын яулай. Бының өсөн ул Кутузов ордены менән бүләкләнә һәм “Брест” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Артабан дивизия, генерал П.И. Батовтың 65-се армияһы составында Буг йылғаһын кисеп, Варшаваны азат итә, Данциг һәм Гдыня ҡалаларын штурмлауҙа ҡатнаша.

Берлин операцияһы барышында ул фронттың иң мөһим участкаларының береһенә ебәрелә. 1945 йылдың 15 апреленә ҡарай төндә дивизияның разведка отряды Ост-Одер аша сыға. Тәүге ҡаршылыҡты тәшкил иткән йылғаны үтеп, отряд көнбайыш ярҙағы дамбаны ала. Һуғышта дошман өс тапҡыр ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә дамбанан алып ташлана. 20 апрелдә разведка отряды дивизияның тәүге эшелоны полктары менән берлектә артиллерия әҙерлегенән һуң, кәмәлә Вест-Одер йылғаһы аша сығып, плацдармды яулап ала. 25 апрелдә Шеттин бирелә. Һөжүмде дауам итеп, дивизия Шверин, Барт һәм Росток ҡалаларына сыға.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55